Дим буйҙары
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Октябрь 2020, 00:09

Өйҙә зыянлы әйберҙәр етерлек

Эксперттар әйтеүенсә, көнкүрештәге әйберҙәрҙең дә сәләмәтлек өсөн зарарлы булыуы ихтимал.

Тәүге урында дезодоранттар тора. Уларҙың составына парабендар инә. Был берләшмәләрҙең хәүефе тулы­һынса иҫбатланмаһа ла, ҡайһы бер тикшеренеүҙәр уларҙың организмда тупланыу һәләтен раҫлай.
Татуировкалар һәм сәс буяу­ҙары ла хәүефле булыуы мөмкин. Татуировка яһатҡан кешеләрҙә йыш ҡына меланома күҙәтелә, буяуҙарҙа кобальт һәм алюмин булыуы тирелә яман шеште ҡуҙ­ғытыуы ихтимал.
Тырнаҡ буяу өсөн ҡулланылған лактар ҙа хәүефле, ти белгестәр. Уларҙың составында ағыулы толуол, формальдегид, дибутилофталат бар.
Пластик һәм тефлон менән ҡапланған һауыт-һаба ла һаулыҡ өсөн зарарлы, тип иҫкәртә табиптар. Пластик һауытты йылытҡанда ағыулы матдәләр бүленеп сыға. Төҙөлөштә ҡулланылған мате­риал­­­дарҙа сәләмәтлек өсөн зыянлы радон һәм асбест бар
Фото: otnogi.ru
Читайте нас: