Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Октябрь 2020, 11:01

Баландың мең төрлө файҙаһы

Баландағы биологик актив матдәләр ҡайһы бер ауырыуҙарҙан бик һөҙөмтәле профилактик сара һәм дауа булып тора.

Күптәр нервылары ҡаҡшауынан, ҡан баҫымы күтәрелеүҙән, атеросклероздан, ҡан тамырҙары ҡыҫылыуҙан баландың файҙаһын күрә. Балан емеше шулай уҡ бәүел ҡыуҙырғыс сара булараҡ та ҡулланыла. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыу-ҙарҙан дауаланғанда баландың файҙаһы ҙур.

Балан ҡайнатмаһы тән температураһын төшөрә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.

Балан иммунитетты нығыта, авитаминоздан дауалай, рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүенә ҡаршы тора, аллергиянан һаҡлай, ҡан ағыуҙы туҡтата, нервыларҙы тынысландыра, холестеринды кәметә, пульсты көйләй. Әммә халыҡ медицинаһының организмға кире тәьҫире булыуы мөмкинлеген дә онотмайыҡ. Кемдең ҡан баҫымы түбән, кемдә юғары кислоталы гастрит, бөйөрөндә таш бар, шуларға баланды һаҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Шулай уҡ подагра диагнозы ҡуйылғандарға ла һаҡсыллыҡ талап ителә. Ғөмүмән, тәбиғи дарыуҙарҙы - шифалы үлән йә йәшелсә-емеште белеп файҙаланырға кәрәк.

Баланда С витамины лимон менән мандаринға ҡарағанда ике, ә тимер байлығы яғынан биш-ун тапҡырға күберәк. Дауаланыу маҡсатынан баландың ҡайырыһы, сәскәһе һәм хатта орлоғон да файҙаланырға мөмкин.
Халыҡта балан менән бәйләнешле бик боронғо риүәйәттәр, йырҙар, мәҡәлдәр йәшәй. Мәҫәлән, өй алдына ултыртылған балан йортҡа именлек, ғаиләгә иҫәнлек һәм байлыҡ саҡырып тора тип юрала.
Баландың ҙур ботаҡтарын һындырырға, киҫергә кәңәш ителмәй. Ҡыуаҡты шулай йәрәхәтләү ул кешегә бәлә-ҡаза булып ҡайтырға мөмкин. Им-томсолар баланды юҡҡа ғына тылсымлы ағас тип йөрөтмәйҙер.
Балан емеше файҙалы
Йөрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4–5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған төнәтмәне көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә кәрәк. Балан ағасының ҡайырыһы төнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә.
Балан һуты һипкел, һытҡыларҙы бөтөрә. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10–15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен өсөн, балан емештәрен иҙеп, бер ҡалаҡ бал һалырға.
Һыуыҡ тейгәндә, йүткергәндә бер стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20–30 минут ҡайнатырға, һуңынан бер стакан бал өҫтәп, көнөнә биш тапҡыр ике-өс ҡалаҡ эсергә.
Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрендә, һейҙек, үт ҡыуығы борсоғанда яңы ғына йыйылған йәки туңдырылған 100 грамм баланды быяла йәки ағас һауытҡа һалып иҙергә һәм, өс стакан эҫе һыу ҡойоп (ҡайнар булмаһын), 30–40 минут төнәтергә.
Ҡан баҫымы юғары булғанда, 40 грамм емеште иҙеп, 200 грамм күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне көнөнә 4–5 тапҡыр ашар алдынан берәр ҡалаҡ эсәләр.

Читайте нас: