Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Октябрь 2020, 13:47

20 октябрь - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө

Мостай Кәрим игенсе Сафа Кәримовтың ишле ғаиләһендә 1919 йылдың 20 сентябрендә ун икенсе бала булып донъяға килгән.

1941-се йылда Башҡорт Дәүләт университетының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән.

2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

Социалистик Хеҙмәт геройы (1979)
II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004 йылдың 9 ноябре)
III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (1995 йылдың 28 апреле)
2 Ленин ордены (1967, 1979)
I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)
II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1955, 1962)
Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)
Почёт билдәһе ордены (1949)
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе (1982)
БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963)
Башҡортостандың Фәнәр Академияһының почетлы академигы (1992)
1940 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы
Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М.А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия
Мостай Кәрим исемен Башҡортостан республикаhының Милли Йәштәр театры йөрөтә. Шулай уҡ Өфө аэропорты Мостай Кәрим исемен йөрөтә, бер урамға уның исеме бирелгән. шулай уҡ "Мостай Кәрим" исемле пароход та бар.
Уңдым
Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,
Октябрҙән – тыуған айымдан,-
Ана нисек минең юлдарыма
Һары йондоҙ һибә ҡайындар.

Тупрағымдан уңдым.Башҡортостан!
Һин иманым минең, ҡәҙерлем,
Күк сымылдыҡ ҡорған сәңгелдәгем,
Һиндә булһын йылы ҡәберем.

Кешеләрҙән уңдым. Улар мине
Өйрәтте, тик юҡҡа ҡаҡманы.
Дуҫтарымдан уңдым. Улар керҙе
Ҡаҙып тормай ғына ҡапҡаны.

Яуҙарымдан уңдым. Еңеү килде,
Килде һәләкәттәр сигендә.
Яраларҙан уңдым. Көн элгәре
Алып китмәнеләр «тегендә».

Бара торғас исемемдән уңдым:
Кеше алдында кәм-хур итмәне.
Һәм холҡомдан уңдым: илертмәне
Маҡтауҙарҙың татлы икмәге.

Күп нәмәнән уңдым.
Рәхмәт һеҙгә,
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?
Читайте нас: