Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Октябрь 2020, 13:28

Алманан татлы ризыҡ

Алмаларығыҙ ҡалдымы әле? Һеҙгә бик тәмле желе рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Кәрәкле ингредиенттар:
Алма – 1 кг
Шәкәр – бер литр һутҡа 750 г
Лимон – 1 дана
Әстерхан сәтләүеге – 50 г (булмаһа ла ярай)
Лимон кислотаһы – 1/3 балғалаҡ
Әҙерләү:

Алмаларҙы йыуып, 8 өлөшкә бүлергә һәм кәстрүлгә тултырырға кәрәк. Серек урындарын киҫеп ташлағыҙ. Лимонды шулай уҡ йыуып, киҫәктәргә бүлеп алмалар янына һалырға кәрәк. Кәстрүлгә алмалар күмелгәнсе һыу һалығыҙ. Әгәр улар йөҙөп йөрөй башлаһа, тимәк, һыу күп һалынған. Кәстрүлде утҡа ҡуйып, ҡайнатып сығарығыҙ һәм алмалар йомшарғансы ҡайнатығыҙ.

Артабан һутты һөҙөп ҡуйығыҙ, ә алмаларҙы бер нисә ҡатлы марля аша һығығыҙ. Һәр литр һутҡа 750 грамм шәкәр һалып, яңынан утҡа ҡуйығыҙ. Желе 1 сәғәт буйы көслө утта торорға тейеш. Уның әҙерлеген матур гәрәбә төҫө буйынса билдәләп буласаҡ.

Утты һүндерергә 2-3 минут ҡала, желеға эре итеп туралған сәтләүекте һалығыҙ. Желены стерилләштерелгән банкаларға тултырып, һыуынғансы ҡапҡас йәки ҡағыҙ менән ҡаплағыҙ. Әҙер желены һыуытҡыста һаҡларға.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото: pixabay.com

shahrikazan.ru

Читайте нас: