Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь 2020, 16:05

Бәрәңге һәм иттән ҡабымлыҡ

Сама менән 3-4 порцияға тәғәйенләнгән.

Кәрәк була: 400 гр бәрәңге, 300 гр күркә йәки тауыҡ ите, 3 йомортҡа, 2 аш ҡалағы майонез йәки ҡаймаҡ, самалап тоҙ һәм борос.

Бәрәңгене тышы менән бешереп, аҙаҡ таҙартып, шаҡмаҡлап турағыҙ. Итте тоҙло һыуҙа 20-25 минут бешергәндән һуң, ваҡ шаҡмаҡтарға киҫергә. Бәрәңгене һәм күркә (тауыҡ) итен бергә ҡушып аҙ ғына май һалып табала ҡыҙҙҙырып алығыҙ.

Йомортҡаны туғып, уға майонез йәки ҡаймаҡ, борос, башҡа аш тәмләткестәр өҫтәгеҙ. Ҡыҙҙырылған бәрәңге һәм итте формаға һалығыҙ. Өҫтөнә йомортҡалы ҡатнашманы ағыҙығыҙ. Духовкала 180 градуста 20-30 минут бешерергә. Аҙыраҡ һыуынғас, табынға ултыртырға ла була.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Читайте нас: