Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь 2020, 20:15

Ҡорғаҙаҡ республикабыҙҙың иң күренекле урындары иҫәбендә

Ҡорғаҙаҡ шифалы һыу сығанағы «Башҡортостандың үҙенсәлекле 30 урыны» акцияһы барышында республиканың иң популяр урындары иҫәбенә ингән. Был «Российская газета» версияһына ярашлы.

Ҡорғаҙаҡ Салауат районында Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә индерелгән «Янғантау» геопаркы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Ҡаратау армыттарынан ағып сыға. Урындағы халыҡ шишмә һыуын эсер өсөн генә түгел, һаулығын нығытыу өсөн дә файҙалана.

Ғалимдар һыуҙың составын тикшергәндән һуң, Ҡорғаҙаҡ һыуы «Янғантау» шифаханаһында тәбиғи дауалау факторҙарының береһе итеп файҙаланыла башлай. Шифаханаға ул махсус үткәргес торба аша килә. Ял итеүселәр «Ҡорғаҙаҡ» минераль һыуын сихәтле эсемлек булараҡ та, ванна ҡабул итеү өсөн дә ҡуллана.

Шишмә Башҡортостандан Свердловск өлкәһенә илткән трассаға яҡын ғына урынлашҡан. Һыу 600-800 метр тәрәнлектән күтәрелә һәм секундына 100-125 литр һыу бирә.

Һыуҙың температураһы тәүлек әйләнәһенә 16 градус тәшкил итә. Шишмә ҡыш көнө лә туңмай, шуға күрә йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә быуаға сумып сығырға мөмкин.

Ҡорғаҙаҡ шишмәһе – Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы, ул дәүләт тарафынан һаҡлана.

Башинформ.

Читайте нас: