Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Октябрь 2020, 11:00

Витаминдарһыҙ булмай...

Күп кенә витаминдарҙы ғәҙәти аҙыҡ-түлектә табырға мөмкин. Сәләмәт булайым тиһәгеҙ, беҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.

А витамины
Күреү һәләтен, тирене, тештәрҙе һәм сәсте сәләмәт һаҡлау өсөн кәрәк, иғтибарҙы, аҡыл кимәлен арттыра, инфекцияларҙан ҡурсалай.

Тәүлегенә 1,5 миллиграмм кәрәк. Ә бына янып көйгән майҙар һәм ҡояш нуры — уның дошманы. Треска балығы бауырынан яһалған бутербродта А витамины — 4,5 миллиграмм.

В1 витамины
Баш мейеһе һәм йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, аҙыҡ эшкәртеүҙе яҡшырта, балаларҙың үҫешенә булышлыҡ итә, транспортта күңел болғанғанда ярҙамы ҙур.

Тәүлегенә 1,5-2 миллиграмм кәрәк.

В1 витаминының “дошманы”: сәй, кофе, сей балыҡтан суши һәм сульфаниламидлы препараттар.

Бер киҫәк икмәктә ул – 0,09 миллиграмм.

В6 витамины
Аҡһым, май һәм углеводтар алмашыныуында ҡатнаша, аминокислоталарҙы үҙләштереү, гемоглобин барлыҡҡа килеү өсөн кәрәк. Ауырлы саҡта күңел болғаныуҙан ҡотолорға ярҙам итә.

Тәүлегенә ике миллиграмм талап ителә.

“Дошмандары”: спиртлы эсемлек, аҙыҡты йылытыу, оҙаҡ һаҡлау, йөккә уҙыуға ҡаршы ҡулланылған таблеткалар.

Тауыҡ итенең бер порцияһында — 0,3 миллиграмм.

В12 витамины
Балаларҙың үҫеүе өсөн ярҙам итә. Хәтерҙе һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡандағы холестеринды түбәнәйтә.
Тәүлегенә өс миллиграмм талап ителә.

В12 витаминының “дошманы”: вегетарианлыҡ, спиртлы эсемлек, ҡояш нуры, ауырға ҡалмау өсөн ҡулланылған препараттар.

Һыйыр бауырының бер порцияһында — 110 миллиграмм.

С витамины
Һалҡын тейеүҙән һәм гриптан һаҡлай, организмды тәмәке төтөнөнән таҙарта, ҡан тамырҙарын нығыта, эндокрин системаһының һәм бауырҙың эшмәкәрлеген яҡшырта.

Тәүлегенә 70-100 миллиграмм кәрәк.

С витаминының “дошманы”: аҙыҡ-түлекте йылытыу.

Бер әфлисунда — 60 миллиграмм, бер татлы бороста — 250 миллиграмм.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Сығанаҡ: bash.rbsmi.ru
Читайте нас: