Дим буйҙары
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Октябрь 2020, 13:43

Эремсектән йомороҡайҙар

Әйҙәгеҙ әле, сәй табынына телде йоторлоҡ йомороҡайҙар әҙерләп алайыҡ.

Кәрәк: 200 гр эремсек, 200 гр он, 70 гр шәкәр (3 аш ҡалағы), 2 йомортҡа, ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), семтем тоҙ, 300 гр көнбағыш майы.

Был тәмлекәсте әҙерләү өсөн ҡоро ауыл эремсеге алына. Һауытҡа эремсек, йомортҡа, шәкәр, тоҙ, он һалып ныҡ ҡына туғыйбыҙ. Ҡамыр әҙерләгәс, суйынға көнбағыш майы ағыҙабыҙ. Май ҡайнап сыҡҡас, ҙур булмаған йомороҡайҙар әҙерләп суйынға һалабыҙ. Алһыу булып бешеп сыҡҡас, майҙан алып, тәрилкәгә теҙеп һалырға. Өҫтөнә шәкәр пудраһы һипһәгеҙ ҙә була.

Читайте нас: