+22 °С
Болотло
Джульбарс ҡасандыр ошо йорттағы фатирҙа хужаһы менән йәшәгән, үкенескә ҡаршы, уныһы ике йыл элек мәрхүм булған.
“Йәштәр (йәғни мәрхүмдең балалары) фатирҙы һаттылар ҙа киттеләр, ә эт урамда тороп ҡалды”, - ти күрше ҡатын.
Этте башлыса Илдар тигән кеше ҡарауы мәғлүм. Балалар ҙа кәнфит кеүек тәмлекәстәр менән һыйлай. Әммә Джульбарс йәйен-ҡышын урамда йәшәргә мәжбүр.
Хайуандарҙы яҡлаусылар эттең һаулығы йәһәтенән проблемалары булыуын, уның ни сәбәптәндер аяғы һынып, эренләүен асыҡлаған. Бәхеткә күрә, изге күңелле кешеләр ярҙамында Өфө “Хатикоһын” дауалау мөмкинлеге табылған. Әле уға яңы хужа эҙләү менән мәшғүлдәр.
Фото: Башинформ.