Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2020, 12:56

Ергә астероид яҡынлаша...

Һыуытҡыс ҙурлығындағы астероид 2 ноябрҙә Ергә яҡынлашасаҡ. Был хаҡта Инстаграмда Америка астрофизигы Нил Деграсс Тайсон яҙып сыҡты.

Уның мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2018VP1 астероиды, йәғни ҙур космик таш, беҙгә сәғәтенә 25 мең миль менән оса. Ғалим ул зыян килтермәйенсә генә Ергә ҡағылырға мөмкин, тип иҫәпләй. НАСА мәғлүмәттәре буйынса, ул Ерҙән 384 мең километр алыҫлыҡта осоп үтәсәк.
Астероидтың Ер атмосфераһына үтеп инеү ихтималлығы 240-тан бер генә, йәғни 0,41 процент тәшкил итә. Һәр хәлдә, астероид “потенциаль хәүефле” тип билдәләнгән, ләкин беҙҙең планета менән мотлаҡ бәреләшәсәге тураһында компьютер моделләү күрһәтмәгән.

Һуңғы тапҡыр астероид 2018 йылдың 16 ноябрендә күренеп ҡалған һәм Ергә зыян килтермәгән. Был юлы ла хәүеф янамаҫ типышанғы килә.

Читайте нас: