Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2020, 12:23

Кәрзинкәлә бәшмәктәр

Байрам табынында айырыуса күркәм булып күренеп торасаҡ, әҙерләүе лә еңел һәм тәмле лә килеп сыға.

Ҡамыр өсөн: 250-300 гр сыр (ваҡ ҡырғыстан үткәрергә), 1-2 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 100 гр маргарин, 1 йомортҡа, самалап тоҙ, борос, 250 гр он.
Эслек өсөн: бәрәңге пюреһы һәм һуған менән ҡушып ҡыҙҙырылған бәшмәк.
Һауытҡа маргарин, ҡаймаҡ һәм йомортҡа һалып туғыйбыҙ. Уға сыр, тоҙ, борос ҡушабыҙ. Он өҫтәп ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ҡамыр ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш. Артабан ҡулда кекс кеүегерәк формалар әҙерләйбеҙ. Уртаһына бәшмәкле эслекте һалабыҙ. Духовкала 180 градуста 20 минут тирәһе бешә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙаtoratay.rbsmi.ru
Читайте нас: