Артабан ҡабығы менән бер бәрәңге бешерәбеҙ. Икенсе кәстрүлдә тоҙло һыуҙа 250 грамм дөгө бешерергә. Бешкән дөгө менән ҡабығынан таҙартып иҙелгән бәрәңгене бергә ҡушабыҙ, ҡулға йәбешмәҫлек күләмдә он өҫтәйбеҙ (2-3 ҡалаҡ). Әлеге ҡамырҙы 16 өлөшкә бүлеп, һәр өлөштө ус төбөндә генә тәгәрәтеп шар яһайбыҙ (ҡулды һалҡын һыу менән еүешләһәң, ҡамыр йәбешмәй). Уны баш бармаҡ менән йәйеп, касә рәүешенә килтерәбеҙ. «Касә» эсенә балғалаҡ менән әҙер фаршты салып, «ауыҙын» томалайбыҙ. Ике ус менән ҡыҫып, овал формаһына керетәбеҙ. Крокеттарҙы ҡайнап торған үҫемлек майында йөҙҙөрөп ҡыҙҙырабыҙ. Табынға ҡайнар килеш бирелә.
Аштарығыҙ тәмле булһын!
http://syuyumbike.ru