Дим буйҙары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ноябрь 2020, 12:11

Ноябрь айына һынамыштар

2 ноябрь - ҡар ҡоро ергә төшһә, ә ағастар япраҡ ҡойоп бөтөрмәгән булһа, ул тиҙҙән иреп бөтә

3 ноябрь көн йылы булһа, бер аҙна йылы һауа торошо һаҡлана
4 ноябрь ямғыр яуһа, ҡыш иртә килер. Ваҡ ямғыр һибәләһә, һауа торошо боҙолор.
5 ноябрь көнө ҡар йәки ямғыр яуһа, өс аҙнанан ҡар ята
8 ноябрь иртәнән бәҫ—ҡарлы ҡышҡа ишара
9 ноябрь ниндәй—май айы шундай
10 ноябрь бәҫ—һыуыҡҡа, томан—епшек көнгә
12 ноябрь ҡырпаҡ ҡар төшһә, ысын ҡыш оҙаҡ көттөрмәҫ
14 ноябрь көнө ҡар төшһә, яҙ һыу күп булыр. Был көндө аяҡҡа бысраҡ эйәрә икән, һыуыҡтар булмаҫ
18 ноябрь ҡар яуһа, көҙгө культуралар уңышына ишара
20—боҙ ҡатһа, тимәк, башҡа йылытмай
21 ноябрь епшек ҡар яуһа, яҙ айҙары ямғырлы булыр
22 ноябрь иртәһендә ағастарҙы бәҫ һырыһа, һоло уңыр. Ямғыр яуһа бойҙай мул булыр
24 ноябрь һыуыҡ булһа, ике-өс көндән һауа торошо боҙолор
28 ноябрь көнө ятҡан ҡар яҙға тиклем иремәй
30 ноябрь көн ҡояшлы икән, ҡыш ҡояш менән әллә ни һөйөндәрмәҫ
Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.

Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.

Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер.

Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.

Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал.

Ҡырмыҫҡалар бейек иләү яһаһа – һалҡын ҡышҡа.
Читайте нас: