Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ноябрь 2020, 17:13

Коронавирус тағын бер кешенең ғүмерен өҙгән..

Һуңғы көндәрҙә коронавирус йоҡтороусылар һаны күпләп арта башланы.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 ноябргә был вирусты йоҡтороусылар һаны тағы ла 96 кешегә артып, дөйөм һан 11244-кә еткән. Сирҙе еңеүселәр исемлегендә – 10324 кеше. Һуңғы тәүлектә вирус тағын 1 кешенең ғүмерен өҙгән, әлеге сир барлығы 57 кешене алып китте...

Бөгөн 863 кеше коронавирус менән көрәшә. Уларҙың 260-ы стационарҙарҙа ятһа, сирҙе еңел формала үткәреүсе 603 кеше өйҙәрендә дауалана.

Ауырыуҙар һаны ил буйынса ла артты. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 1693454-кә еткән. Уларҙың 1266931-е терелгән, 29217 кеше үлгән.

Донъяла 48 миллиондан ашыу кеше коронавирус йоҡторған тип иҫәпләнә. Иң күбе – АКШ-та (9,480 млн). Унан һуң Һиндостан (8,313 млн) һәм Бразилия (5,590 млн) килә. Дүртенсе урында – Рәсәй. Бишенсе баҫҡыста – Франция (1,591 млн).

https://omet-rb.rbsmi.ru

Читайте нас: