+29 °С
Болотло
Польша салаты
1 кг кәбеҫтә, уртаса ҙурлыҡтағы 1 сөгөлдөр, 1 ҙур кишер, уртаса ҙурлыҡтағы 1 баш һарымһаҡ (иҙергә). Кәбеҫтәне турарға, ҡалған йәшелсәләрҙе эре тишекле ҡырғыстан үткәрергә. Кәбеҫтәне тоҙ һалмайынса ғына бер аҙ иҙгеләргә һәм йәшелсәләр менән бергә болғатырға. Шунан ярты стакан һыуға ярты стакан үҫемлек майы, ярты стакан шәкәр ҡомо, 1,5 ҡалаҡ тоҙ һалып, ҡайнатып сығарырға. Һыуынғас, ярты стакан самаһы аш һеркәһе һалырға ла өҫтөн ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуйырға (12 сәғәткә). Һуңынан кәбеҫтәне һыуытҡысҡа ҡуйырға.
фото: pixabay.com
Тулырак: http://sahne.ru.