Дим буйҙары
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Ноябрь 2020, 12:28

Ҡош киҙеүе көсәйгән

Ошоға бәйле халыҡҡа ниндәй кәңәш еткерелде?

Башҡортостан менән Татарстан сигендә һәм Силәбе өлкәһендә ҡош киҙеүенең көсәйеүе асыҡланған. Ошо сәбәпле, Салауат районында һәм, дөйөм алғанда, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышында ҡош-ҡортто һатыуҙа ветеринар контроль көсәйтелде.

“Салауат ерендә” гәзитенең райондың ветеринария бүлеге етәксеһе Тимур Камалетдиновтың әйткәндәренә һылтанма яһап хәбәр итеүенсә, ҡош киҙеүенең көсәйеүе ҙур ҡошсолоҡ фабрикаларында теркәлгән. Әлегә Башҡортостанда был хәүефле инфекция менән зарарланған ҡош-ҡорттоң барлығы асыҡланмаған. Шулай ҙа контроль көсәйтелгән.

Әле ҡошсолоҡ продукцияһы менән сауҙа итеү мониторингы алып барыла, санкцияланмаған тере ҡошто һатыу тыйыла. Шуға халыҡҡа ҡош-ҡорттоң йылға-күлдәрҙә ирекле йөрөүен сикләргә, уларҙы ихатала тоторға кәңәш ителә.

Фото: “Башинформ”.

Читайте нас в