Дим буйҙары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ноябрь 2020, 14:09

Күп ауырыуҙарға шифа

Гөлйемештә аскорбин кислотаһы, каротин, токоферол һәм башҡа файҙалы матдәләр күп. Уның емештәренән яһалған төнәтмә күп ауырыуҙарға шифа.

Гөлйемеш төнәтмәһен витамин етмәгәндә, гемоглобин түбән булғанда, һыуыҡ тейеп ауырығанда ҡулланалар. Ул организмдағы артыҡ шыйыҡлыҡты ла ҡыуа. Төнәтмә яһауҙың төрлө ысулдары бар.

1. Ике ҡалаҡ гөлйемешкә ярты литр ҡайнар һыу һалына, уны ҡайнатып сығарып, тағын 10 минут уртаса утта тоторға кәрәк. Артабан уны термосҡа һалып, 1,5-2 сәғәт төнәтәләр. Әҙер төнәтмәне һөҙөп, көнөнә ике тапҡыр берәр стакан эсергә була. Теләк буйынса бер балғалаҡ бал өҫтәргә мөмкин.

2. Витамин етмәгәндә, бына был ысул яҡшы. 100 грамм гөлйемешкә бер аҙ ҡайнар һыу һалабыҙ. 5 минуттан һуң, емештәрҙе бер аҙ иҙәбеҙ. Ҡатнашманы термосҡа һалабыҙ һәм 1 литр ҡайнар һыу өҫтәйбеҙ. 12 сәғәт торғандан һуң, төнәтмәне һөҙөп, көн һайын сәй урынына эсергә була.

3. Йөрәк ауырыуҙарынан файҙалы төнәтмә былай яһала: 3 ҡалаҡ гөлйемеште ваҡлап, кәстрүлгә һалып, өҫтөнә 200 мл ҡайнар һыу ағыҙырға ла ҡапҡас ҡаплап, 5-10 минут талғын утта тоторға, унан термосҡа бушатып, 4 сәғәт төнәтергә кәрәк. Әҙер төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсәләр.

Фото: https://pixabay.com.ru

Сығанаҡ: https://vatantat.ru

Читайте нас: