-10 °С
Болотло
Бының өсөн ике йомортҡа, ике стакан он, бер стакан кефир, бер стакан шәкәр, 100 грамм йөҙөм, бер аш ҡалағы аҡ май, 10 грамм йомшартҡыс, ванилин кәрәк.
Ҡамыр бик ябай эшләнә. Тәүҙә кефирға йомортҡаны, ондо, шәкәрҙе, йөҙөмдө, аҡ майҙы, йомшартҡысты, ванилинды ҡушып, блендер менән бутайбыҙ. Шунан мейесте 180 градусҡа тиклем йылытып, 25-30 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Сәйегеҙ тәмле булһын!