Дим буйҙары
-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ноябрь 2020, 19:29

Ҡышҡа табан

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итә.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 9 ноябрҙә, республикала йәшәүселәрҙе болотло һауа торошо көтә, көндөҙ аяҙлы-болотло. Көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр, урыны менән тиҙлеге секундына 15-20 метрға тиклем етеүе ихтимал.

Һауа температураһы көндөҙ – минус 2, плюс 3 градус.

Шишәмбе, 10 ноябрҙә, йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә — минус 2-7, урыны менән 11 градус һалҡын. Көндөҙ — 0 минус 5.

Шаршамбы, 11 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә — минус 2-7, урыны менән 11 градус. Көндөҙ — 0 минус 5.

Читайте нас в