Дим буйҙары
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ноябрь 2020, 09:37

Консервалар файҙалымы?

Күптәр магазиндан йыш ҡына консерва алырға тырыша, ваҡыт етмәгәндә йәһәт кенә ризыҡ алыу өсөн уңайлы – оҙаҡ бешереп хитланаһы түгел. Шулай ҙа уның ҡулайлылығына ҡыҙығып, үҙебеҙҙе алдамайбыҙмы икән?

"Росконтроль" дың эксперт йүнәлеше етәксеһе Андрей Москов билдәләүенсә, экспертизалар әҙер паштеттарҙың ысын,файҙалы аҙыҡ булыуына шик тыуҙыра.

– Уларҙы хатта аҡһымлы аҙыҡ тип әйтеп тә булмай, – ти ул. – Сөнки паштеттарҙа бик күп үҫемлек компоненттары ҡушыла: клетчаткалар, соя, он, крахмал. Ә бына тикшерелгән "тәбиғи горбуша" өлгөләре бөтөнләй сифатһыҙ, ят тәмләткестәр ҡушылыуы менән шаҡ ҡатырҙы. Шпроттарҙың яртыһы тиерлек май менән тултырылған. Ҡайһыларының маркировкаһындағы яҙма ысынбарлыҡҡа тап килмәй.

"Һыйыр итенән яһалған тушенкалар айырыуса ҙур хәүеф тыуҙыра. Һаҡсыл эшҡыуарҙар итте аҙ ҡушыу маҡсатынан банкаларға желе, крахмал кеүек ҡушылмалар тултыра. Бындай аҙыҡ һаулыҡ өсөн ҡурҡыныс булмаһа ла, продукт булараҡ уның файҙаһы үҙгәрә, консерваларҙа аҡһым аҙыраҡ, ә еүеш әйберҙәр, углевод күберәк була. Йыш ҡына һыйыр итен тулыһынса йәки өлөшләтә ҡош ите менән алмаштыралар, ә бындай составлы аҙыҡ күпкә арзан булырға тейеш", – тип аңлата эксперт.

Тушенка һайлағанда нисек яңылышмаҫҡа һуң? Ысын консерва ГОСТ буйынса 32125 - 2013 йәки ГОСТ буйынса Р 54033 - 2010 һандары менән билдәләнергә етештерелергә тейеш. Дөрөҫ, һуңғыһы 2015 йылдың февраленән бөтөрөлгән, шулай ҙа уның буйынса сыҡҡан продукция әле лә һатыла. "Уның составында ит, тәмләткестәр, тоҙ, майҙан башҡа әйберҙәр булырға тейеш түгел. Әлбиттә, өҫтөнлөктө юғары сортлы консерваларға бирергә кәрәк, уларҙа ит күберәк, май аҙыраҡ", – тигән һығымта яһай Мосов.

Сығанаҡ: https://shonkar.rbsmi.ru

Читайте нас: