Дим буйҙары
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь 2020, 14:22

Лимон ҡотҡармай

Мәғлүмәт сараларында коронавирусҡа ҡаршы көрәш йәһәтенән төрлө кәңәштәр, алымдар донъя күреп тора. Пандемия башланған осорҙо ғына иҫкә алайыҡ: ҡайҙалыр лимон, имбирь, ҡурай еләге инфекциянан һаҡлай тип яҙылыуы булды, был ризыҡтарға хаҡ күтәрелде, халыҡ иҫкәртеү сараларын ихлас ҡуллана башланы.

Әммә Рәсәй табиптары был уйҙырмаларға ышанмаҫҡа кәңәш бирә. Киҫкен респиратор сирҙәр таралған осорҙа халыҡ медици­наһы, ысынлап та, фитонцидтар бүлеп сығарған ризыҡтарға өҫ­төнлөк бирергә тәҡдим итә. Әммә иҫегеҙҙә тотоғоҙ: улар дауаланыу сараһы түгел, ә организмға дөйөм тонус бирә торған ғәмәлдәрҙән. Лимон, имбирь төрлө емештәр, үләндәр иммун системаһына этәргес бирмәй, интерферондар, иммунокомпетентлы күҙәнәктәр бүлеп сығарыуға булышлыҡ итмәй, тимәк, инфекциянан да һаҡламай, тигән һүҙ. Коронавирус иһә, ғөмүмән, иммун системаһына “емереп инә” һәм сир тыуҙыра.

Шулай ҙа лимондың файҙалы яҡтары бихисап. Мәҫәлән, лимон һутына һыу ҡушып эшләнгән эсемлек һыуһынды ла ҡандыра, организмға витамин, микроэлементтар ҙа өҫтәй, кәйефте лә күтәрә.

Лимонлы һыу аш һеңдереү процесына ыңғай тәьҫир итә, үҙәк көйөү, күңел болғаныу, эс күбеү кеүек сирҙәрҙән арындыра, эс йомшартыу өсөн дә ҡулланырға була. Был емеш шулай уҡ бөйөрҙәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта, организм­дағы токсиндарҙы сығара, ҡанды, ҡан тамырҙарын таҙарта. Бауырҙы таҙартып, уның эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә, үтте шыйығайта. Лимонлы һыу калий, магнийға бай, шуға ла ул йөрәк тамырҙарына, нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә.
Гүзәлиә Балтабаева,
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас в