Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь 2020, 11:55

Ковидҡа ҡаршы - ҡара миләш

Ғалимдар ошо емештең һәм тағы бер нисә тәбиғи эсемлектең коронавирусҡа ҡаршы ҡаҡшатҡыс тәьҫире барлығын билдәләгән.

Ульм Университеты Медицина үҙәгенең Молекуляр вирусология институтыт ғалимдары ҙур асыш яһаған: улар организмға эләккән яңы коронавирус инфекцияһының патогендарын 97 процентҡа тиклем баҫыусы тәбиғи продукттарҙы асыҡлаған. Был хаҡта “РИА” мәғлүмәт порталы bioRxiv сайтына һылтанып хәбәр итә.

Тикшереүселәр билдәләүенсә, респиратор вирустар тәүҙә кешенең йотҡолоғона, йәғни тамаҡ төбөнә эләгә. Ә ҡара миләш, гранат һуттары һәм йәшел сәй вирулицид сифаттарға эйә икән: COVID-19 вирусы әүҙемлеген ҡара миләш һуты – 97 процентҡа, гранат һуты һәм йәшел сәй 80 процентҡа баҫа. Тимәк, уларҙы ҡулланыу коронавирус инфекцияһы менән сирләү ихтималлығын, ҡырҡа кәметә, тигән һүҙ.

Ғалимдар фекеренсә, тәбиғи һуттар һәм йәшел сәй коронавирусты көсһөҙләндерә, сөнки организмда әсе мөхит булдыра һәм составындағы үҫемлек полифенолдары вирусҡа кире йоғонто яһай. Был асышты артабан фәнни йәмәғәтселек тә баһалаясаҡ.

Ә Гамалея исемендәге Эпидемиология һәм микробиология фәнни-тикшеренеү үҙәге вирусологы, профессор Анатолий Альтштейн белдереүенсә, коронавирус инфекцияһынан һаҡлаусы төп ғәмәл – һәр кешенең тәбиғи иммунитеты.

Фото: profermu.com

Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: