1. Май кислоталары. Организмдың һыу балансын яйға һала; липидларҙың үтеп инеүен арттыра, ә был үҙ сиратында косметик сараларҙың тән тиреһенә тиҙерәк һеңеүенә килтерә; тиреләге яраларҙың төҙәлеүенә ярҙам итә;
2. Селен. Матдәләр алмашыуын көйләй, айырым алғанда аҡһымдар һәм углеводтарҙы үҙзләштереүгә ярҙам итә; йод үҙләштереүҙе яҡшырта;
3. Холестерин. Күҙәнәкләрҙең нигеҙе булып һанала, Д витамины тупланышында ҡатнаша;
4. Е витамины. Иммун системаһын нығыта, коллогенды синтезлай; күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.
***
Ҡаз майы табиғи дауалау продукты булып һанала. Уны халыҡ медицинала түбәндәге үҙенсәлектәре өсөн киң ҡулланалар: организм тарафынан тиҙ үҙләштерелә; йылытыу үҙсәнлегенә эйә; күҙәнәктәрҙе яңырта; организмдың һаҡлау көстәрен нығыта; файҙалы матдәләрҙең тирегә тиҙерәк үтеп инеүен тәьмин итә.
***
Дауаланырға мөмкин:
Бронхит. Озаҡҡа һуҙылған йүтәлдән ҡотолоу өсөн, ҡаҙ майын ҡырғыстан сығарылған һыуғанменән бутарға һәм ашар алдынан бер аш ҡалағы ҡабул итергә. Ошо уҡ ҡатнашманы төнгә күкрәк өлөшөнә һөртөргә була. Һөҙөмтәһе өс көндән үк күренәсәк.
Туберкулез. Әлеге сирҙән арыныу өсөн, иретелгән ҡаҙ майына алоэ согы, какао, вакланған эрбетсәтләүеге ҡушып болгатырға һәм парҙа йылытырға кәрәк. Көнгә дүрт тапҡыр, һөт менән бер ҡалаҡ әлеге ҡатнашманы ҡабул итергә кәрәк.Ыңғай үҙгәрештәр бер аҙнанан һуң күренесәк.
Өшөү. Тәндең өшөгән өлөштәрен ҡаҙ майы менән һөрткәнсе, йылы һыу менән тиренең һиҙгерлек һәләтен ҡайтарырға кәрәк. Сәнсеү бөткәндән һуң, аяҡ-ҡулдарға массаж хәрәкәттәре менән ҡаҙ майы һөртәләр. Йылы кейем кейергә йәки йылы шарф менән уранырға кәрәк.
Экзема. Тире проблемаларынан ҡотолорға ҡаҙ һәм пихта майынан яһалған мазь (2:1) ярҙам итер. Тиренең зарарланған урындарына көнөнә бер нисә мәртәбә һөртөргә кәрәк. Дауалау курсы – 20 көн, был ваҡытта тиреләге йәрәхәттәр төҙәлә.
Ревматизм. Арҡа ауыртҡанда мунсала, арҡаны ҡаҙ майы менән ышҡыу ярҙам итә. Тән йылыныу нәтижәһендә ярҙамы бермә-бер артасаҡ. Процедурадан һуң йылы урында төрөнөп ятарға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.
Мускулдарҙа ауыртыуҙар. Тәндә ауыртыуҙар борсомаһын өсөн, ауыртыу булған урындарға май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар. Әлеге ҡатнашманы ҡулланыу тиреләге тоҙҙарҙы сығара, ҡан әйләнешен яҡшырта, капиллярларҙы нығыта.
Аналыҡтағы ауырыуҙар (эрозия). Иретелгән ҡаҙ майы һәм тырнаҡ гөл төнәтмәһе менән универсаль шыйыҡса яһайҙар. Ун көн дауамында ошо төнәтмәлә сылатылған тампонды, төнгә аналыҡҡа ҡуйып ҡалдыралар. Ун көн һайын аралаштырып, рәттән өс курс эшләргә кәрәк. Был ваҡыт эсендә яра төҙәлә.
Балаға уҙа алмағанда ҡаҙ майы, алоэ япраҡтары, бал һәм һырғанаҡ майы менән ҡатнашма яһарға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс мәртәбә бер ҡалаҡ йылы һөт менән эсергә. Әлеге дарыу ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡ көпшәһен таҙарта һәм ир-аттарҙа сперматозоидтарҙың активлығын арттыра.
Простатит. Әлеге ауырыуҙы, ҡаҙ майы, ваҡланған һарымһаҡ, бал һәм каланхоэ согы төнәтмәһен ҡабул итеп дауаларға була. Ҡатнашманы иртән һәм кис ас ҡарынға бер аш ҡалағы эсәләр. Ике аҙнанан һуң кесе йомошто үтәгән ваҡыттағы ауыртыу бөтөргә тейеш. Тулыһынса дауаланыу өсөн төнәтмәне 30 көн дауамында ҡабул итергә кәрәк.
Һәр организмдың индивидуаль непереносимосы булыуын онотмағыҙ! Барлыҡ сараларҙы ла врач менән кәңәшләшкәндән һуң ғына ҡулланыу зарур.
Фото интернеттан алынды.