Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ноябрь 2020, 11:50

Суд башланды: Рәмилгә нимә янай?

Кисә Читалағы хәрби гарнизон судында Рәмил Шәмсетдиновҡа хөкөм эше ҡарала башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һалдат былтыр 25 октябрҙә Байкал аръяғында һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергәйне.

Шулай итеп, Рәмил судта, часта уставҡа инмәгән мөнәсәбәттәр, анығыраҡ әйткәндә, "бабайсылыҡ" булды, тигән. Әйтеүенсә, бындай хәл егет армияға килеп, бер аҙна үткәс тә башланған. Тәүҙә унан дембелгә сығырға йыйынған өлкәндәр аҡса таптырған. Бының өсөн Рәмилдең атаһы йыш ҡына улының картаһына аҡса күсереп торған. Шулай уҡ уға уставта ҡаралмаған эштәр ҡушҡандар. Йәберләгәндәр араһынан Рәмил үҙе үлтергән лейтенант Пьянковты атаған. Фажиғәгә бер нисә көн алда лейтенант уның башын унитазға тығасағын әйткән. Шулай уҡ көсләү менән янағандар. Ошо һәм башҡа хәлдәр аша өлкән һалдаттар уны критик хәлгә еткергән.

Рәмилдең атаһы улын 5-10 йылға иркенән мәрхүм итерҙәр тип өмөтләнә. Ә Ырымбур яғынан килгән ҡатын - үлтерелгән һалдаттарҙың береһенең әсәһе - белдереүенсә, уның улы һис кемгә зыян килтерерлек кеше булмаған. Рәмил ғүмеренең аҙағына тиклем төрмәлә ултырырға тейеш, тип иҫәпләй ҡатын.

Артабан ни булыр - барыһын да ваҡыт күрһәтер.

Читайте нас: