Дим буйҙары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ноябрь 2020, 12:55

«Үлемһеҙ йырҙар» онлайн-фестивале старт ала

Республикала башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыусыларҙың «Үлемһеҙ йырҙар» онлайн-фестивале башлана. Сара Башҡорт теле көнөнә арнала.

Фестивалдә 16 йәштән 65 йәшкә тиклем башҡорт оҙон көйөн һәүәҫкәр башҡарыусылар ҡатнаша ала. Бының өсөн башҡорт халыҡ йырын башҡарып, өс минуттан артмаған видеороликты #үлемһеҙйырҙар2020 хэштегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.

Онлайн-фестивалгә йомғаҡ 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә яһала.

Белешмә өсөн телефон: 8 (347) 289-65-50.

Читайте нас: