Был хаҡта күптән түгел Рәсәйҙең Япониялағы сауҙа вәкиле Алексей Караиванов менән берлектә ойошторолған “Сауҙа вәкиле менән сәғәт” видеоконференция барышында асыҡланды. Баҡтиһәң, Япония Башҡортостандан эшкәртелмәгән прополис һатып алыу менән ҡыҙыҡһына икән. Белеүебеҙсә, прополис – бик ҡиммәтле продукт. Ул сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуы менән киң танылыу яулаған.
Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Болычева билдәләүенсә, япондар бал ҡушылған кондитер изделиеларҙы ҡулланыу буйынса рекордсы. Республикабыҙ иһә тотош донъяға бал төбәге булараҡ билдәле һәм ул япондар менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер.
Әйткәндәй, “Сауҙа вәкиле менән сәғәт” – ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарын үтәү сиктәрендә үткәрелгән сара.
Фото: социаль селтәрҙән.