Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Декабрь 2020, 13:48

Ҡупшыҡай ҡыҙылтүш

Ҡупшыҡай ҡыҙылтүште башҡа бер ҡош менән дә бутау мөмкин түгел. Бигерәк сағыу шул ап-аҡ ҡарға күмелгән ағас ботағында ултырған ҡып-ҡыҙыл түшелдерекле, ҡара бүрекле ҡошҡай.

Беҙҙең яҡтарға улар көҙөн-ҡышын әскелтем миләш, балан емештәрен ауыҙ итергә, саған ағасы бөрөләрен сүпләп туҡланырға ҡайта. Ҡыштың икенсе яртыһында Уралдың һалҡын, ҡарлы-буранлы ҡышынан туйып, әкренләп көньяҡҡа юл алалар.
Йәй һуҙымында күкһел-зәңгәр төҫтәге ваҡ төрткөләр менән ҡапланған йомортҡа һалалар. Инә ҡош уларҙы 13-15 көн тирәһе баҫып ултыра. Атаһы ашарға ташый, һирәк-һаяҡ инәһен алмаштыра. Ҡошсоҡтар май айында һәм июндең беренсе яртыһында донъя күрә. Ояла 15-16 көн тирәһе йәшәйҙәр.
Улар –йырсы ҡош. Инәләре бигерәк тә оҫта була: ҡайһылары башҡа ҡоштарҙың һыҙғырыуын отоп алып та ҡабатлай.
Беҙҙең яҡтарҙы ваҡытлыса төйәк иткән ҡыҙылтүш ҡыш көнө тирә-яғыбыҙҙы йәмләй.
Ләйлә Ғүмәрова әҙерләне.
Читайте нас: