Беҙгә 3 кишер, 2-3 картуф, 3 йомортҡа, 200 грамм еңелсә генә тоҙланылған ҡыҙыл балыҡ (бағыр йәиһә сёмга), һуған, йәшел тәмләткестәр, майонез йәки магазин ҡаймағы, тәменә ҡарап, тоҙ һәм борос кәрәк буласаҡ. Салатҡа рулет формаһы бирер өсөн фольга ҡулланабыҙ.
Йәшелсәләрҙе, йомортҡаны бешереп, һыуытып, таҙартып әҙерләп ҡуябыҙ һәм һәр береһен ҡырғыстан үткәрәбеҙ.
Салат ҡатлап эшләнә. Һәр ҡат араһына майонез йәиһә ҡаймаҡ һылана. Фольга йәйеп, беренсе ҡатҡа кишер һалып, тигеҙләп йәйәбеҙ. Теләк буйынса тоҙ, борос һибергә лә була. Артабан - картуф, унан һуң йомортҡа һәм һуған, йәшел тәмләткестәр һалына. Иң аҙаҡтан кубиклап туралған балыҡҡа сират етә. Шунан һуң рулет килеп сыҡһын өсөн салатты фотолағы кеүек урайбыҙ.
Әҙер салат рулет формаһын ныҡлап алһын өсөн кәмендә 5 сәғәт һыуытҡыста тоторға тырышығыҙ. Кистән эшләп, төн буйы торһа, тағы ла һәйбәтерәк.
Табынға ҡуйыр алдынан «Батшалар» салатын икра, йәшел тәмләткестәр, ҡыяр, майонез менән биҙәнем. Ә һеҙ нисек теләйһегеҙ, шулай биҙәй алаһығыҙ. Быныһы инде һеҙҙең ҡарамаҡта.
Фото:https://yandex.ru/images/search
https://yanshishma.com/articles/ash-yu-ser-re/2022-01-18/batshalar-salaty-2658467