Бөйөк Ватан һуғышы... Илебеҙ иңенә төшкән был ҡәһәрле көндәрҙе халҡыбыҙ бер ҡасан да онотмай. Ошо ҙур булмаған Аҙнай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 239 кеше китә һәм уларҙың ни бары 139-ҙы яу яланында мәңгелеккә ятып ҡала. Тыуған ил азатлығы өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә ике йыл элек ауыл уртаһында обелиск төҙөлдө. Мәрмәр ташҡа Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең исемдәре уйып яҙылған.
Бөйөк Еңеү көнөндә ауыл халҡы атай-олатайҙарын, тыл хеҙмәтсәндәрен, һуғыш осоро балаларын хөрмәтләп иҫкә алыу өсөн шунда йыйылды. Байрам барышында халҡыбыҙҙың һуғыш йылдарындағы тиңһеҙ ҡаһарманлығын сағылдырған патриотик рухтағы йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Ауыл китапханасыһы Фәнисә Камаева етәкселегендә әҙерләгән концерт номерҙары күңелдәргә үтеп инде.
Тантаналы митингыла район халҡын оло байрам – Бөйөк Еңеү көнө менән муниципаль район хакимиәтенең баш архитекторы Р.Р. Мөхәмәтшин тәбрикләне. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшеп, Еңеү яҙын яҡынайтыусы ата-бабайҙарыбыҙ бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.
Байрамдың рәсми өлөшөнән һуң, ауыл халҡы табын артында байрамды дауам итте. Барыһы ла ялан кухняһы янында һалдат бутҡаһынан ауыҙ итте, самауыр сәйе эсеп, бер-береһе менән аралашты. Һуңынан күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштө.
Байрамға килеүселәр "Илебеҙ күге аяҙ, донъяларыбыҙ тыныс булһын ине", тигән теләктә таралышты.