Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00

Һәүәҫкәр рәссам

Өфөлә нефтсе Марсель Шәйҙуллиндың «Минең нефткә юлым» картиналар күргәҙмәһе асыла. Бөтә эштәр ҙә нефть менән киндергә төшөрөлгән. Күргәҙмә 14 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында киске сәғәт 5-тә асыла. Ул 20 февралгә тиклем дауам итә.

Марсель рәссамлыҡҡа махсус уҡымаған. 2006 йылда Өфө нефть университетын тамамлағандан һуң нефть һәм газ скважиналарын быраулау инженеры булып эшләй. Бына нимәләр һөйләй ул үҙенең ижады хаҡында:

«Бер көндө яңылыштан кейемем нефткә буялды. Майлы тапҡа ныҡлап ҡарай башлағас, унда нефтселәр, быраулау вышкаһы һыҙаттарын, ағастарҙы, болоттарҙы күрҙем. Шунда нефттең файҙалы ҡаҙылма ғына түгел икәнлеген аңланым. Ҡайҙа сығарылғанына ҡарап, ул төрлө төҫтә була. Мәҫәлән, Себерҙә — йәшкелт-зөбәржәт, Сахалинда — көрән, Башҡортостанда — ҡара. Хатта ҡыҙғылт-һарыһы һәм төҫһөҙө лә осрай».
Читайте нас