Дим буйҙары
-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Чув
Тат
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00
Тиҙ әҙерләнә торған туҡмас
"Роскачество" тиҙ әҙерләнә торған, халыҡта "бомжпакет" тип йөрөтөлгән туҡмастарҙы тикшергән. Һөҙөмтәһе - иҫ китерлек.
"Тикшереүгә Владимир, Мәскәү, Новосибирск, Тула өлкәләрендә, Ҡаҙағстанда һәм Кореяла етештерелгән 17 сауҙа маркаһы продукцияһы алынған. Уларҙың барыһында ла токсиндар, пестицидтар, шулай уҡ тоҙҙоң күп булыуы асыҡланған.
Бер генә сауҙа маркаһы ла Рәсәйҙең сифат билгеһенә дәғүә итә алмай, сөнки тикшерелгән барлыҡ продукцияның сифат күрһәткестәренә тура килмәүе билдәләнгән. Эксперттарҙың әлеге аҙыҡтың хәүефһеҙлегенә ҡарата шиктәре раҫланған. Айырым алғанда, "БигЛанч" туҡмасында бифентрин (пестицид) эҙҙәре, ә "Золотистая жатва", "Роллтон", "Моя цена" маркалары продукцияһында үҫемлектәр үҫеше регуляторҙары табылған. Һигеҙ сауҙа маркаһы продукцияһында микотоксин асыҡланған. "Роскачество" белдереүенсә, улар туҡмасҡа төп сеймал - он аша эләккән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, етештереүселәр сифатһыҙ үҫемлек майы ҡуллана, шулай уҡ 12 сауҙа маркаһында тоҙ күп булыуы асыҡланған. Шул уҡ ваҡытта туҡмастарҙа соя күп, әммә уны продукт составында күрһәтмәгәндәр. Ә инде күрһәтелгән иттең эҙе лә юҡ, ти эксперттар.
Башинформ.
Читайте нас
Редакция һайлауы
Общие статьи
11 Февраль , 09:00
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Общие статьи
10 Февраль , 07:01
Берҙәм көс менән
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"