Дим буйҙары
-20 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ғинуар 2021, 02:00

Ҡыҙарып бешкән балан

Балан ҡыуағы йылға, күл буйҙарында, урман ситендә үҫә, республикабыҙҙың бөтә райондарында ла осрай. Ағиҙел, Дим, Ҡариҙел ярҙарында күберәк күҙәтелә.

Ғалимдар баландың тѳрлѳ файҙалы матдәләргә, витаминдарға бай булыуын XIX быуатта уҡ иҫбатлаған. Ѳлгѳргән емештәрендә 32 процент инвертлы шәкәр, 3 процент туплаусы матдә, 82 процент С витамины, каприл кислоталары, каротин, пектин матдәләре иҫәпләнә.
Баланды йѳрәк, ҡан тамырҙары киңәйгәндә, гипертония, ашҡаҙан, бауыр, үт һәм бәүел ҡыуығы сирҙәренән яфаланғанда файҙаланалар. Һейҙек ҡыуығындағы ҡом-ташты ҡыуыусы булараҡ та киң билдәле. Тамаҡ шешеү, йүткереү, шешек, экзема кеүек ауырыуҙарҙан дауалағанда баландың файҙаһы ҙур. Балан ҡайнатмаһы тән температураһын тѳшѳрѳргә, яралы урындарҙы тиҙ уңалтырға ярҙам итә.
Йѳрәк сиренән йонсоғанда ярты стакан баланға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 4-5 сәғәткә ябып ултыртып, һыуынған тѳнәтмәне билдәле ваҡытта 3-4 тапҡыр эсергә кәрәк.
Балан ағасының ҡайырыһы ла файҙалы матдәләрҙән тора. Унда ыҫмала, эфир майы, органик кислоталар күп. Ул тирә-яҡты, һауаны таҙарта, һыуҙы эсергә яраҡлы итеп оҙаҡ һаҡлай. Ҡайырының тѳнәтмәһен гинекологик сирҙәрҙән файҙаланыу бик борондан килә. Ашҡаҙан, эсәк, бѳйѳр, бауыр сирҙәренән яфаланыусыларҙың йоҡлаған урынына ҡайыр киҫәген ҡыҫтырғандар. Ул нервылар ѳйәнәгенән, йоҡоһоҙлоҡтан олоһон да, кесеһен дә берҙәй ҡотҡарыусы сара булып һаналған.
Ҡан баҫымы ҡапыл күтәрелеп танау ҡанағанда, бер ҡалаҡ ҡайырға ярты стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 10 минут самаһы тѳнәтергә. Һыуынған шыйыҡсаны мамыҡҡа сылатып танау тишектәренә тығырға һәм 2-3 минут тоторға тәҡдим ителә. Был осраҡта ул ҡан ағымын туҡтатыусы һәм антисептик сара булараҡ билдәле.
Балан һутын һығып һипкел, һытҡыларға һѳртһәң, улар бер аҙнанан юғалыр. Тик 1:1 нисбәтендә йылы ҡаймаҡ ҡушырға һәм биткә 10-15 минутҡа яғырға кәрәк. Аҙаҡ йылымыс һыу менән йыуып, еңелсә массаж яһарға. Баландан эшләнгән битлек йыйырсыҡтарҙан, пигмент таптарынан ҡотолорға ярҙам итһен ѳсѳн, балан емештәрен иҙеп, бер балғалаҡ бал һалырға. Бер аҙҙан һуң йылымыс һыу менән сайҡатырға кәрәк.
Балан емештәре беренсе ҡырауҙан һуң йыйылһа, уның ҡайырын апрель-майҙа әҙерләйҙәр. Уны ҡоро, асыҡ һауала киптерәләр. Әҙер, тиҙ һыныусан ҡайырыһын онтап ике йыл һаҡлайҙар.
Борон ата-бабаларыбыҙ үпкә сирҙәренән дә ошо мѳғжизәле емеш ярҙамында ҡотолған. Халыҡ медицинаһынан бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.
Һыуыҡ тейгәндә, бронхит, астма сирҙәренән яфаланғанда, йүткергәндә: 1 стакан балан емешенә 1 литр һыу ҡойоп, 20-30 минут ҡайнатырға. Һуңынан 1 стакан бал ѳҫтәп, кѳнѳнә 4-5 тапҡыр 2-3 ҡалаҡ эсергә тәҡдим ителә.
Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрендә, һейҙек, үт ҡыуығы борсоғанда: яңы ғына йыйылған йәки туңдырылған 100 грамм баланды быяла йәки ағас һауытҡа һалып иҙәһең һәм 3 стакан эҫе һыу ҡойоп (ҡайнар булмаһын), 30-40 минут тѳнәтәһең. Һѳҙѳп алынған шыйыҡсаны 1/3 стакан эсәләр.
Ҡан баҫымы юғары булғанда: 40 грамм емеште иҙеп, 200 грамм күләмендәге эҫетелгән балға ҡушырға һәм бер аҙға ултыртып торорға. Иҙмәне кѳнѳнә 40 тапҡыр ашар алдынан бер аш ҡалағы эсәләр.
Читайте нас