Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
8 Января 2021, 07:41

Йомшаҡ, тәмле торт

Оҙайлы ял көндәре дауам итә. Форсаттан файҙаланып яҡындарыбыҙҙы тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлайыҡ.

кәрәк буласаҡ.

Йомортҡа менән ҡуйыртылған һөттө яҡшылап болғатып, шуға он менән ҡамыр йомшартҡысты һалып ҡамыр әҙерләргә. Миксер менән болғатырға ла мөмкин.
Табаға ҡағыҙ йәйеп, үҙегеҙ теләгән диаметрға ҡамырҙы йәйеп, алдан 160 градусҡа ҡәҙәр йылытылған духовкала бешерергә.
Корждар әҙер булғас, крем яғып тортты йыяһы, өҫтөнә һәм ҡырыйҙарына крем һыламайынса, торттың өҫтөнә берәй ауырыраҡ әйбер ҡуйып төнгөлөккә йәки кремы ныҡлып һеңһен өсөн бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Корждар араһына теләгән кеше еләк-емеш теҙә ала. Банан, киви кеүек емештәр ҙә бара.
Артабан тортты әҙерләп, биҙәп бөтөрөргә генә ҡала.
Был осраҡта 33 процентлы сливкиҙан крем менән йыйылды. Ҡырыйҙарына матурлап тамсылар ағыҙыр өсөн ҡуйыртылған һөт һалып шыйыҡланым. Өҫтенә дә шуны уҡ матурлап, спираль яһап ағыҙҙым һәм таяҡсыҡ менән уртанан ҡырыйға, ҡырыйҙан уртаға таба сиратлаштырып һыҙҙым.

Шул тиклем йомшаҡ, тәмле торт килеп сыға.

Рецепт һәм фото авторы - Ҡәҙриә Ишмурзина

kazanutlary.ru.

Читайте нас