

Ботаҡтарын киҫеп, тамырландырыу өсөн һыулы стакандарға ҡуйырға була. Яранға йылытылған ҡар һыуын аҙнаһына ике-өс мәртәбә ҡойоу етә.
Крандан ағыҙып алған һыуҙы һауытында асыҡ тотоп, кислородҡа байытып ҡойоу ҙа ыңғай йоғонто яһар. Гөлдөң тупрағын даими йомшартып, ашлап, сәскәһен ҡойған һабаҡсығын өҙөп торабыҙ.
Гөлдәр бәшмәк сиренә бирешмәһен, тамырҙары ныҡ булһын өсөн шундай төнәтмәләр тәҡдим ителә:
1) бер литр һыуға бер тамсы йод тамыҙып,
2) бер литр һыуға бер аш ҡалағы көл һалып әҙерләйбеҙ ҙә өс-дүрт көн төнәтеп алабыҙ.
Йорттарыбыҙ гөл-сәскәле, һәр ваҡыт йылы булһын, ғаилә усаҡтарын һүндермәй һаҡлайыҡ.
Лилиә Дәүләтбәкова.
(Фото: «Бәйләнештә»).
bash.rbsmi.ru