+21 °С
Облачно


Сәйҙе быяла һавытта, яҡтыла һаҡламағыҙ. Яҡтылыҡ сәй япраҡтарын тарҡата, әсетә, төҫһөҙләндерә, тәмен боҙа. Пластик һауытта һаҡланғанына пластмасс еҫе һеңә, һауа кермәгәс, әсей башларға мөмкин. Сәй ят еҫләрҙе тиҙ һеңдерә, шуға күрә уны еҫле әйберҙәрҙән йыраҡҡараҡ ҡуйығыҙ. Сәйҙе һаҡлау өсөн ҡоро, ҡараңғы, һалҡынса урын яҡшыраҡ. Уны ҡараңғы төҫтәге быяла, фарфор, металл, ҡурғаш һавыттарҙа тотарға була. Полиэтилен пакет, ҡағыҙ ҡаптар бик һәйбәт түгел.
Фото: gastrotract.ru