Дим буйҙары
+22 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
3 Апреля 2021, 00:58
“Сәскә” бәлеше
Байрам табынының йәме булырҙай бәлеште ҡул аҫтындағы ризыҡтарҙан да бешерергә була.
Ҡамыр өсөн:
-300 мл йылы һөт;
-2 йомортҡа;
-2 балғалаҡ ҡоро сүпрә;
-80 г шәкәр;
-50 г көнбағыш майы;
-50 г аҡ май (иретергә);
-ванилин (теләк буйынса);
-семтем тоҙ;
-500-550 г он;
Эслек өсөн 300 г сәтләүек, 100 г шәкәр, һары йәки аҡ май, 1 йомортҡа һарыһы һәм кунжут емештәре (теләк буйынса) кәрәк буласаҡ.
Ризыҡты әҙерләү:
Йылы һөткә сүпрәне, тоҙҙо, майҙарҙы ҡушып болғатырға.
Шәкәрҙе йомортҡалар менән бер аҙ туғып, һөткә ҡойорға.
Иләнгән ондо ҡуша-ҡуша, йомшаҡ ҡамыр баҫырға.
Ҡамырҙы 1-1,5 сәғәткә йылы урынға ҡуйып торорға.
Эслек өсөн сәтләүекте (грек сәтләүеге йәки арахис та бара) блендер менән ваҡларға, шәкәр ҡушып болғатырға.
Тәғәйен ваҡыт үткәс, ҡамырҙы 3 өлөшкә бүлергә. 1-се ҡатты йәйеп, өҫтөнә шыйыҡ һары май һөртөргә. Эслектең яртыһын һалып тигеҙләргә.
2-се ҡатты ла шулай эшләргә. 3-сө ҡат менән ҡаплап, сит яғын тоташтырырға.
16 тигеҙ өлөшкә бүлергә. Һәр икеһен 2 тапҡыр өйөрөлтөп, сәскә япраҡтары эшләп сығырға.
15 минутлап ял биргәс, бәлештең өҫтөн йомортҡа һарыһы менән һылап, уртаһына кунжут емештәре һибергә.
180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 25-35 минут бешерергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
https://vk.com/zubarzhat88
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"