Дим буйҙары
+19 °С
Облачно
Общие статьи
8 Мая 2021, 14:03

Сирлеләр артмаһын. Һаҡланайыҡ!

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, коронавирус инфекцияһына бәйле хәл-торош тотороҡло, әммә әгәр ҙә санитар талаптар үтәлмәһә, вирус йоҡтороусылар һаны тағы ла тағы ла артыуы ихтимал.

– Шуға ла беҙҙең бурыс – вакцина яһатыу һәм санитар нормаларҙы үтәү, – тине республика етәксеһе.

Башҡортостанда прививка яһау буйынса 158 пункт, шул иҫәптән мобиль пункттар, ялһыҙ эшләй. Вакцинаны май байрамдарында ла яһатып була.

Дүшәмбенән санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең үтәлешен тикшереү өсөн Башлыҡтың Контроль идаралығы инспекторҙары муниципалитеттарға сыға.

Йәмәғәт транспортында ла рейдтар ойошторола.

Һаҡланыу сараларын онотмайыҡ!

Фото: БР Башлығы сайтынан

Читайте нас