Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Общие статьи
14 Мая 2021, 09:49

Баҡсасыға кәңәштәр

Бик күптәр, һуған уҡ сығара, тип зарлана.

Быны булдырмаҫ өсөн, һуғанды ултыртыр алдынан 40-50 градуслы ҡайнар һыуҙа 10-15 минут тотабыҙ. Унан 2-3 сәғәткә марганцовкалы һыуға һалып ҡуябыҙ. Шунан һуғандарҙы киптереп, дымлы ергә ултыртабыҙ.
Уҡ сығармай торған сорттар ҙа бар: Штутгартер, Центурион F1 Ред һәм барон. Әгәр ҙә һуғандарҙың уҡтары күренә башлай икән, уларҙы аҫтан да, осона ла түгел, ә урта тирәһенән һындырырға кәрәк. Ваҡытында һындырырға өлгөрһәгеҙ, ҡыяҡтары яҡшы үҫәсәк.
Читайте нас