Дим буйҙары
+22 °С
Ясно
Общие статьи
22 Мая 2021, 00:54

65 илдән көрәшселәр килә

Өфөлә 11 – 23 августа йәш спортсылар араһында спорт көрәше буйынса донъя беренселе уҙғарыла. Унда 65 илдән 1 500 көрәшсе ҡатнашасаҡ. Был турала Рәсәйҙең Спорт федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили белдерә.

Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, “Өфө-Арена”ла ярыштар үткәреләсәк. Шулай итеп, Башҡортостандың Рәсәй йыйылма командаһына үҙенең бер нисә кандидатын тәҡдим итеү мөмкинлеге бар.
"11 – 15 августа йәш спортсылар араһында ойоштороласаҡ донъя чемпионаты алдынан беҙҙә грэпплинг буйынса чемпионат үткәреләсәк, - тине Руслан Хәбибов. – Бынан тыш, 4-6 июндә Өфө спорт көрәше буйынса Рәсәй спаркиадаһы ҡатнашыусыларын ҡабул итәсәк. Тап унда үткәреләсәк донъя чемпионатына кандидаттар асыҡланасаҡ".
"Өфөлә уҙғарыласаҡ турнирҙарға юбилей датаһы тура килә. Быйыл Рәсәй спорты легендаһы Иван Поддубныйҙың тыуыуына 150 йыл тула, - тип хәбәр итте Росконгресс – “РК-Спорт” фонды спорт платформаһы генераль директоры Сергей Москвитин. – Шуға рәсәйҙәр һәм ил ҡунаҡтары Өфөләге беренселекте хәтерҙә ҡалдырһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Сувенирҙар, уңайлы сайттар, навигация өсөн мобиль ҡушымталар эшләйбеҙ. Барлыҡ ҙур федераль һәм халыҡ-ара майҙансыҡтарҙа промоакциялар үткәрә башлайбыҙ. Уларҙың береһе – Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы".
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Туризм буйынса дәүләт комитетына “РК-Спорт” менән берлектәге эшкә ҡушылырға ҡушты.
"Бөгөн республикала һигеҙ меңдән ашыу кеше спорт көрәше һәм билбаулы көрәш менән шөғөлләнә. Беҙ халыҡ-ара класлы мастерҙарыбыҙ, донъя чемпиондарыбыҙ һәм тап Өфөнөң Спорт көрәше буйынса донъя беренселеге үткәреләсәк урын итеп һайланыуы менән ғорурланабыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Был ярыштарҙы юғары кимәлдә ойошторасаҡбыҙ. Бер нисә йылдан иһә Өфөлә Көрәш һарайын төҙөйәсәкбеҙ. Дүрт ҡатлы ҙур бинала барлыҡ көрәш стилендәге спортсылар өсөн урын етәсәк".
Фото: glavarb.ru
Читайте нас