Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
Баш
Чув
Тат
Рус
Общие статьи
27 Мая 2021, 02:15
Үҙебеҙҙә етештерелә башлай
Элегерәк «Зифа», «Луч» порошоктарын теләп алғаныбыҙҙы күптәр хәтерләйҙер. Һуңыраҡ улар һатыуҙан юғалды. Баҡһаң, сит илдә сығарылғандары менән ярыша алмайынса, етештерелмәй башлаған булған. Хәҙер улар ҡабаттан һатыуға сыға.
Кисә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында асылған «Газ. Нефть. Технологии – 2021» күргәҙмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоэлемтә тәртибендә «Башҡортостан сода компанияһы»нда «Эколь» кер йыуыу порошогы производствоһын асты.
Былтыр октябрҙә объектҡа республика Башлығы Радий Хәбиров барҙы. Ул кер йыуыу порошогы сығарыуҙы яңыртырға ҡушты. Быйыл ғинуарҙа проект «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде. Инвестиция күләме 275 миллион һум тәшкил итте, 125 эш урыны булдырылды.
Магазиндарҙа «Луч», «Зифа», «Зифа эконом», «Зифа автомат» порошоктарын күрһәгеҙ, ҡурҡмайынса һатып алырға була.
Фото: республика Башлығы сайтынан
belizv-b.rbsmi.ru
Читайте нас
Редакция һайлауы
Файҙалы эштәр йылы
20 Августа , 15:57
Яҡтылыҡ hәм йылылыҡ донъяһы
Общие статьи
20 Августа , 08:39
Тәрбиәсе - икенсе әсәй ул
Общие статьи
19 Августа , 04:30
«Мастерица» ательеһына сәйәхәт!
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"