

Еңел авиация әҙерлек һыҙығында. Яуаплы хеҙмәткәрҙәр һауа судноһының бар деталдәрен дә ентекле тикшереп сыҡҡандан һуң, махсус һауыттарға химик препарат тултыра. Был тәңгәлдә хәүефлек ҡағиҙәләре талап ителә. Шуға ла белгестәр шәхси һаҡланыу сараларында эш итә. Летчиктар ҙа респиратор менән ҡоралланған.
Химик ағыулау эштәре, әлбиттә, ҡырағай ҡош-йәнлектәргә лә зыян килтермәй ҡалмай. Башҡаса сара юҡ, ти белгестәр. Сөнки, ебәк күбәләгенең өс йыл рәттән урманға зыян килтергән хәлдә, йәшеллектең бөтөнләй юҡҡа сығыуы бар. Өҫтәүенә, ҡоротҡос бөжәк баҫып алған майҙан йыл да арта. Ҡурсаулыҡтарға баҫып инеү ихтималлығы юғары, тип яҙа Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы.