

1.Үҙ һаулығыңды хәстәрләү. Был нимәне аңлата? Тимәк, ул кешенең барыһы ла яҡшы булыырға тейеш. Табиптарға йыш мөрәжәғәт итеү, услап дарыуҙар ҡабул итеү һаулыҡты ҡайғыртыуҙы аңлатмай әле. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, шуны онотмағыҙ һәм үҙегеҙҙең тән һәм күңел торошоғоҙҙо хәстәрләүҙе ғәҙәт итеп алығыҙ. Һауа торошо хатта ямғырлы, ҡар-буранлы булғанда ла, иртән үк үҙегеҙҙе ҡояшлы, сағыу көнгә, йәғни яҡшы кәйефкә көйләгеҙ. Тормош ығы-зығыһынан өҫтөн булығыҙ, ваҡ-төйәк күңелһеҙлектәрҙе йөрәгегеҙгә яҡын ҡабул итмәгеҙ. Мәҫәлән, насар юлдар һеҙ көйәләнеүҙән генә яҡшырып китмәй, шулай булғас, көн һайын уға иғтибар итеп көйәләнеү һеҙгә тик зыянға ғына.
Һаулығығыҙҙы нығытҡанда, дөрөҫ туҡланыуға, спортҡа һәм, ғөмүмән, сәләмәт йәшәү рәүешенә ваҡыт бүлергә йыбанмағыҙ.
Ваҡыт етмәү йыш ҡына кәйеф боҙолоуына килтерә. Уға юл ҡуймау өсөн көндәлек эштәрегеҙҙе планлаштырығыҙ. Телевизор, интернет ваҡытты күп урлай, шуға ла улар алдында оҙаҡ ултырырға тырышмағыҙ, яратҡан тапшырыуҙар тамамланыу менән һүндереп ҡуйығыҙ.
Ошо ябай ғына кәңәштәр үҙеңде яратырға һәм күңел тыныслығында йәшәргә булышлыҡ итер.