Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Общие статьи
26 Июля 2021, 06:35

Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһына индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһын булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһына индерелдеҠуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһына индерелде
Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһына индерелде

Башҡортостанда «Ҡуштау», «Торатау», «Йөрәктау», «Ҡарлыман мәмерйәһе», «Туғар-Һалған күле», «Охлебинин мәмерйәһе» һәм «Оло Ҡалпаҡ ҡаяһы» тигән һаҡлана торған зоналар барлыҡҡа килә. Бындай зоналарҙы булдырыу махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен хәүефле антропоген йоғонтонан һаҡлап алып ҡалыуға йүнәлтелгән.

Документта һаҡлана торған зоналар тураһында тейешле положениелар раҫланған, атап әйткәндә, ошо биләмәләрҙә тыйылған һәм рөхсәт ителгән эштәр һанап сығылған.

Тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау зонаһы тураһында положениеға ярашлы, ер аҫтында геологик тикшеренеү, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү һәм сығарыу, быраулау, капиталь төҙөлөш объекттарын төҙөү, һунар итеү һәм башҡа эштәр тыйыла.

https://www.bashinform.ru

Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһына индерелде
Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау зонаһына индерелде
Автор:
Читайте нас