

Үткән йылдар менән сағыштырғанда, яңы эш урындары булдырыу кәмей бара, ә элекке вазифаларҙы ҡыҫҡартыу, киреһенсә, үҫә. Эш биреүселәрҙән һорау алыу һөҙөмтәһендә 2025 йылға тиклем кәрәк булмаған эш урындары 15,5 проценттан 9 процентҡа тиклем ҡыҫҡарасаҡ, ә яңы һөнәрҙәр 7,8-ҙән 13,5 процентҡа тиклем артасаҡ икән. Улай ғына ла түгел, халыҡты хеҙмәт урындары менән тәьмин итеүселәрҙең 43 проценты эшмәкәрлегендә 2025 йылға тиклем яңы мәғлүмәт технологиялары индереп, эш урындарын ҡыҫҡартырға йыйына, 41 проценты эштәрҙе башҡарыр өсөн махсус подряд ойошмаларын йәлеп итергә теләй, 34 проценты яңы технологиялар индереп, киреһенсә, хеҙмәткәрҙәр штатын киңәйтергә уйлай.
“2025 йылға эш биреүселәр эшселәр һәм технологияларға хеҙмәтте бер тигеҙ бүләсәк. Күпселек осраҡта кеше генә башҡара алған эш урындары ихтыяж менән ҡулланыласаҡ. Технологиялар мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүҙә киң ҡулланыласаҡ, шулай уҡ административ бурыстар һәм көндәлек ябай эштәр уларға күсәсәк”, – ти эксперттар. Нисек кенә булмаһын, яңы технологиялар ҡулланып эшләр өсөн ниндәй генә өлкәлә булһа ла белемде шымартыу талап итәсәк. Тимәк, йәнә эш урындары....