+15 °С
Облачно


Якутияла йәшәүсе Алексей Сокольников ил башлығына йорттары янып өйһөҙ ҡалыуҙары, һуңынан ғаиләне туйындырып торған берҙән-бер һыйырҙары – Анфиса ла үлеүе хаҡында әйтә.
Баланың ата-әсәһенә ысын күңелдән ярҙам итергә теләүен төбәктең Ауыл хужалығы министрлығына еткерәләр. Тик бында үҫмерҙең хыялын тормошҡа ашырырға ҡабаланмайҙар, ә киреһенсә, Алексейға “Агростартап” программаһын файҙаланып, мал һатып алыу өсөн грант алырға тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә был эште республика башлығы Айсена Николаева үҙ контроленә ала һәм баланың теләген тормошҡа ашыра.
Фото: Т. Аманов