Дим буйҙары
+22 °С
Ясно
Общие статьи
29 Декабря 2021, 19:03

Башҡортостанда 2024 йылға 12 полилингваль гимназия төҙөлә

Башҡортостан Башлығы БСТ телеканалында биргән интервьюһында бәләкәй сағында, ауылда йәшәгәндә, башҡортса ғына һөйләшеүе хаҡында һөйләне.

Башҡортостанда 2024 йылға 12 полилингваль гимназия төҙөләБашҡортостанда 2024 йылға 12 полилингваль гимназия төҙөлә
Башҡортостанда 2024 йылға 12 полилингваль гимназия төҙөлә

«Әсәйем рус теле уҡытыусыһы ине. Ишембайҙа балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, ул миңә: «Улым, рус телен мотлаҡ өйрән», – тине. Хәҙер башҡорт телендә һөйләшкәндә ҡәнәғәтлек кисерәм. Халыҡ менән туған телдә аралашһаң, уларға ихтирам күрһәтәһең. Был минең өсөн бик мөһим», – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Уның фекеренсә, полилингваль гимназиялар төҙөү – милли сәйәсәттең мөһим күрһәткесе.

«Республикала өс башҡорт, Нефтекамала татар полилингваль гимназиялар төҙөнөк, Мишкәлә – мари полилингваль гимназияһы, шулай уҡ сыуаш гимназияһы (урынын һайлайбыҙ) төҙөргә йыйынабыҙ. Белем усаҡтарына ихтыяж булыуы бик мөһим. 2024 йылға 12 полилингваль гимназия асыу бурысы тора, тиҙҙән Аҡъярҙа асыла», – тине республика етәксеһе.

#миллипроект #национальныепроекты

Башинформ. 

 

Башҡортостанда 2024 йылға 12 полилингваль гимназия төҙөлә
Башҡортостанда 2024 йылға 12 полилингваль гимназия төҙөлә
Автор:
Читайте нас