

Әлеге шифалы ҡатнашма барлыҡ эске органдар эшсәнлеген тергеҙергә, иммунитетты нығытырға, матдәләр алмашыныуын яйға һалырға, ҡан составын яҡшыртырға һәм артерияларҙы таҙартырға һәләтле. Был үҙенсәлекле комбинация бөтә организмды дауалай икән:
Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын;
Иммун системаһын нығыта;
Бауыр, бөйөр һәм һулыш юлдарын таҙарта;
Ашҡаҙан-эсәк органдарын патоген микрофлоранан таҙарта;
Баш мейеһе әүҙемлеген арттыра һәм хәтерҙе яҡшырта;
Инсульт һәм йөрәк өйәнәгенән һаҡлай, әгәр ҙә кисергәнһегеҙ икән, уларҙан һуңғы тормош сифатын яҡшырта;
Операциянан һуң кәүҙәне «терелтә», төрлө шештәрҙе дауалау өсөн иң яҡшы табиғи сара;
Матурлыҡ, йәшлек һәм тән энергияһын һаҡлай, сөнки унда барлыҡ кәрәкле витаминдар, минералдар, биологик актив матдәләр, аҡһымдар, углеводтар һәм үҫемлек майҙары бар.
Әҙерләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк:
7 лимон,
7 тырнаҡ һарымһаҡ,
500 мл бал
250 гр шыттырылған бойҙай
300 гр таҙартылған әстерхан сәтләүеге.
Шыттырылған бойҙайҙы блендер ярҙамында ваҡларға. Унан һуң әстерхан сәтләүеген, һарымһаҡ һәм ҡабығы менән 3 лимонды ла шунда һалабыҙ. Ҡалған 4 лимондан һут яһап, теге ҡатнашмаға ҡушабыҙ. Балды ла өҫтәп, бер төрлө массаға әүерелгәнсе болғатабыҙ.
Ҡатнашманы быяла банкаға тултырып, яҡшылап ҡапҡас менән ҡапларға һәм һыуытҡыста һаҡларға. Ҡуллана башлағансы 3-4 көн тоторға.
Ҡулланыу:
1-се вариант:
иртәнге, төшкө, киске аш һәм йоҡлар алдынан 30 минут ҡала 1-2 балғалаҡ.
selnivi.ru
2-се вариант:
онкология ауырыуы булғанда – һәр ике сәғәт һайын 1-2 балғалаҡ.