Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Общие статьи
11 Февраля 2022, 05:42

Сатнаған һауыт-һабаны ҡулланмағыҙ

Халыҡта, кителгән йәки сатнаған һауыт-һабаны өйҙә тоторға ярамай, улар бәхетһеҙлек килтерә, тигән ышаныу бар.

Сатнаған һауыт-һабаны ҡулланмағыҙСатнаған һауыт-һабаны ҡулланмағыҙ
Сатнаған һауыт-һабаны ҡулланмағыҙ

Һауыт-һаба шылтырамай тормай, тиҙәр. Тормош булғас, төрлө хәлдәр була, һауыт-һаба сатнарға ла, ватылырға ла, кителергә лә мөмкин. Күп кеше, ундай һавыт-һаба ҡайғы килтерә, тип әйтә. Әйҙәгез, был турала ислам китаптарынан ҡарайыҡ әле.

Был хаҡта Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.в.) хәҙисе бар: “Аллаһтың илсеһе (с.ғ.в.) ватылған һауыттан эсеүҙе һәм эсемлеккә өрөүҙе тыйҙы”. Ислам ғалимдары бындай һауыт-һаба ҡулланыуҙы ҡәтғи тыймаған, ләкин кәрәкһеҙ ғәмәл тигән хөкөм сығарған. Улар пәйгамбәребеҙҙең (с.ғ.в.) әлеге тыйыуҙы һауыттың сатнаған, кителгән урындарына йыйылған зарарлы организмдарҙан һаҡланыу өсөн тип яҙып ҡалдырған. Имам әт-Тәхаүи “Шархумаани-асар” китабында был турала иҫкә ала.

Кешеләрҙең иң яҡшыһы булған пәйгамбәребеҙҙең (с.ғ.в.) был хаҡта киҫәтеүен белдек, инде хәҙерге заман ғалимдарының һүҙҙәренә, санитария талаптарына арналған хеҙмәттәренә күҙ һалыайыҡ.
Беҙ ашханаларҙа сатнаған, сите кителгән һауыт-һаба ҡулланыуҙың рөхсәт ителмәгәнлеген беләбеҙ. Теләһә ҡайһы ватыҡ, хатта һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сатнаған-кителгән урыны булған һауытта ла микробтар, зарарлы бактериялар йыйыла икән.
Сатнаған һауыттарҙа йәшәүсе бактерияларҙың береһе— протей таяҡсығы. Ул сереү бактерияларына инә. Аҙыҡ ҡалдыҡтары булған урында оҙаҡ һаклана һәм үрсей (һауыттың ватылған-сатнаған урындарында). Шуға күрә бары тик яҡшы, ватылмаған һауыт-һаба ғына ҡулланығыҙ.

Фото: nur.tatar.

kiziltan.ru

Сатнаған һауыт-һабаны ҡулланмағыҙ
Сатнаған һауыт-һабаны ҡулланмағыҙ
Автор:
Читайте нас