Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
15 Март 2022, 09:39

"Ҡорама" бәлеше

Матур ҙа, тәмле лә бәлеш һәр кемдең күңеленә хуш килер.  

"Ҡорама" бәлеше"Ҡорама" бәлеше
"Ҡорама" бәлеше

Шоколадлы өлөш:

-160 г он

-150 г шәкәр

-100 мл көнбағыш майы

-4 йомортҡа

-2 аш ҡалағы какао

-2 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс

Эремсекле өлөш:

-200 г эремсек

-2 аш ҡалағы шәкәр

-2 аш ҡалағы крахмал

-1 йомортҡа

-ванилле шәкәр

Формағыҙ киң булһын (20*30, 26, 28 см)

Йомортҡаларҙы шәкәр ҡушып күпергәнсе туғырға. Көнбағыш майы ҡойоп болғатҡас, ондо, какаоны, ҡамыр йомшартҡысты иләк аша үткәреп өҫтәргә, яҡшылап туғырға.
Ҡамырҙы табаға ҡойорға.
Эремсекле өлөштө блендер менән ваҡлап, салафан төргәккә бушатырға ла осон киҫеп, бәлештең өҫтөн фотолағыса биҙәргә.
180 градуста 30-40 минут бешерергә (мейесегеҙгә ҡарап самалағыҙ).
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

#Уңған_килендән_рецепттар

"Ҡорама" бәлеше
"Ҡорама" бәлеше
Автор:
Читайте нас