Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
21 Март 2022, 07:11

Яҙғы авитаминоз

Ул балаларға ла ҡағыла. Иммунитет ҡаҡшаһа, вируслы ауырыуҙарҙың ҡунаҡҡҡа килеүен көт тә тор. Йәш организмға яҙын нимә етмәй? Ата-әсәләргә түбәндәге кәңәштәрҙе иҫтә тотоу зыян итмәҫ.

Яҙғы авитаминозЯҙғы авитаминоз
Яҙғы авитаминоз

1. Төп ҡағиҙә — төрлөлөк. Бала рационында икмәк тә, ярма ла, йәшелсә лә, еләк-емеш тә, ит, балык, йомортҡа, май, һөт ризыҡтары ла булырға тейеш. Ара-тирә тәм-том да. Бутҡа, икмәк, макарон - бала өсөн көс һәм энергия сығанағы.

2. Бала көнөнә бер еләк-емеш ашаһа яҡшы. Әйтәйек, алма, әфлисун, анар емеше (гранат), банан.

3. Кәнфит, торттарҙы, ҡайнатмала, еләк-емеш иҙмәһе менән алмаштырыу яҡшыраҡ. Газлы, баллы һыуҙар урынына иһә — компот, бал менән сәй


4. Бала организмына һыйыр, ҡуян, күркә, тауык ите файҙалы. Ит гемоглобинды тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә.

5.Һуған, һарымһаҡ тураһында ла онотмағыҙ. Улар — ауырыуҙар алып килә торған микробтар менән көрәштә лә ярҙамсы.

Фото: business-m.eu

Яҙғы авитаминоз
Яҙғы авитаминоз
Автор:
Читайте нас